Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 

28 апрелдә Салауат дәүләт башҡорт драма театрының 90 йыллығына арналған "Мөғжизәләр иле - ТЕАТР" исемле юбилей кисәһе уҙа. Сценарий авторы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова.
Байрамға бөтә труппа йәлеп ителә. Тамашасыларға театрҙың бөгөнгө мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡлы тамаша әҙерләнә. Кисәлә спектаклдәрҙән өҙөктәр, йырҙар, бейеүҙәр һәм, әлбиттә, килгән ҡунаҡтарҙың һәм коллегаларҙың ҡотлауҙары була.

Салауат театры ниндәй ҙур ижади тормош менән ҡайнағанын, бында иҫ киткес режиссерҙар, сценографтар һәм актерҙар эшләүен белмәгәндәргә һөйләрбеҙ, ә хәтерләмәгәндәрҙең иҫенә төшөрөрбөҙ.

⚡17.30 сәғ. - "Ете ҡыҙ" мемориаль ташына сәскәләр һалыу
⚡18.00 - юбилей кисәһе

Рәхим итегеҙ!

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы юбилейлы ижад миҙгеленә әҙерлекте башланы.

Театр хеҙмәткәрҙәре өсөн йәйге отпуск мәле тамам. Улар яңы көс туплап ижади ҡомар менән яна. Ошо көндәрҙә коллектив йыйылышып яңы бурыстар, пландар буйынса фекер алышты.
Театр директоры Айбулат Ҡотошов актерҙарҙы яңы ижади миҙгел башланыу менән ҡотланы һәм коллективты тулыландырыусы ике йәш артист, К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжын тамамлаусы Артур Тажетдинов һәм Гөлкәй Хәсәнова менән таныштырҙы.Шулай уҡ театр труппаһын күп йылдар Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллин тулыландырыуы хаҡында хәбәр итте.

Тулыраҡ:

 

Салауат театры «Пушкин картаһы» проектына ҡушылды. Проектта яңы миҙгелдең бөтә спектаклдәре ҡатнаша.
✔1 сентябрҙән театрҙың рәсми сайтында «Пушкин картаһы» төймәһе барлыҡҡа килде.
✔«Пушкин картаһы» бөтөн Рәсәй территорияһында ғәмәлдә буласаҡ.
✔Картаны 14-22 йәштәге Рәсәй кешеләре үҙҙәрендә булдыра ала.
✔Карта алыу өсөн "Госуслуги. Мәҙәниәт» мобиль ҡушымтаһында теркәлергә кәрәк.
✔ Картаны электрон рәүештә ҡушымта аша, йәки ғәҙәти карта итеп "Почта банк" аша алырға мөмкин буласаҡ.
✔Картаға 3000 һум аҡса күсереләсәк (2022 йылда лимитты 5 мең һумға тиклем арттырырға вәғәҙә итәләр).
✔Программала бөтөн ил буйынса музейҙар, театрҙар, концерт залдары, филармония һәм китапханалар ҡатнаша.

 

 

Театр-тормош көҙгөһө. Был йәһәттән театр коллективы арҙаҡлы шәхес Мостай Кәрим әйтеп ҡалдырған "Театрҙың үҙ тамашасыһы, үҙ йөҙө һәм ижади ҡеүәте бар" тигән һүҙҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, емешле ижад итергә тырыша.
Быйыл да артистар уңышлы эшләп, өр-яңы спектаклдәр ҡуйыуға иреште. Коллектив йыл дауамында арымай-талмай республиканың ҡала-райондарында гастролдәрҙә булды.

Тулыраҡ:

 

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 85 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан "Салауат" гәзите конкурс иғлан итте.

Тулыраҡ:

 

Быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһы бәләкәй ҡала театрҙарына яңы спектаклдәр ҡуйыу, тауыш, яҡтыртыу ҡорамалдары алыу өсөн аҡса бүлгән. Проектта алты, шул иҫәптән беҙҙең театр ҙа ҡатнаша. Өҫтәүенә, Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 85 йәшлек юбилейын да билдәләй. Әле театрҙа ике премьераға әҙерлек бара. Оҙаҡламай Александр Островскийҙың «Глумов» спектакле ҡуйыласаҡ. Шул йәһәттән, театрҙа матбуғат конференцияһы уҙғарылды.

Тулыраҡ:

 

13 сентябрҙә вербатим жанрында ҡуйылған «Лабиринт» спектакленең премьераһы булып үтте.

Ҡуйыусы режиссер-Юлиә Һәүбәнова.

Тулыраҡ:

 

27 июндә көнөдөҙгө сәғәт 11.30ч. Салауат ҡалаһының "Октябрь" кинотеатрында "7 ҡыҙ театры" фильмының ябыҡ күрһәтеү сараһы ойоштороласаҡ.Төркиәлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, «Аҡ ҡош» ижади берлеге продюсеры, режиссер Кирстен Гайнет Салауат башҡорт драма театрына нигеҙ һалған Толбазы колхоз-совхоз театры тарихы тураһында документаль фильмын тамамланы.
Кинотаҫмала Бөйөк ватан һуғышы осоро сағылдырыла. 1941 йылда Толбазы колхоз театрында эшләгән ир-егеттәр барыһы ла фронтҡа алына. Актрисалар бер нәмәгә ҡарамай театрҙы һаҡларға, халыҡтың рухын күтәреп ижад итергә һүҙ бирә. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылыуға, аслыҡ-яланғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар вәғәҙәләренә тоғро ҡала. 

Тулыраҡ:

 

19 майҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 84-се ижад миҙгелен сит ил яҙыусыһы Рэй Куниҙың «№13» (режиссеры - Эдуард Шахов) исемле спектакле менән тамамланы.
2016-2017 театр миҙгеле бик емешле һәм сағыу ваҡиғаларға бай булды. Был осорҙа өс спектакль ҡуйылды: В.Шукшин «Шукшин» (режиссеры-А.Федоров), Р.Куни «№13» (режиссеры- Э.Шахов), Д.Голубецкий инсц. «Золушка» (режиссеры-Л.Нигматуллина). Шулай уҡ "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары" дәүләт программаһы сиктәрендә, коллектив Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә гастролдәр менән сыҡты. 

Тулыраҡ:

 

19 майҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 84-се ижад миҙгелен ябасаҡ. Театр һөйөүселәрҙе был көндө артистарыбыҙ Рэй Куниҙың "№13" спектакле менән ҡыуандырасаҡ. 13». Режиссеры - Эдуард Шахов, рәссамы– Нурия Ғәбиҙуллина, хореограф – Алина Мостаева.

Тулыраҡ:

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru