Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы юбилейлы ижад миҙгеленә әҙерлекте башланы.

Театр хеҙмәткәрҙәре өсөн йәйге отпуск мәле тамам. Улар яңы көс туплап ижади ҡомар менән яна. Ошо көндәрҙә коллектив йыйылышып яңы бурыстар, пландар буйынса фекер алышты.
Театр директоры Айбулат Ҡотошов актерҙарҙы яңы ижади миҙгел башланыу менән ҡотланы һәм коллективты тулыландырыусы ике йәш артист, К.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжын тамамлаусы Артур Тажетдинов һәм Гөлкәй Хәсәнова менән таныштырҙы.Шулай уҡ театр труппаһын күп йылдар Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллин тулыландырыуы хаҡында хәбәр итте.

Салауат театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина пландар менән бүлеште. Репертуар кескәйҙәрҙән алып оло быуын вәкилдәренә тиклем төрлө йәштәге тамашасы ихтыяждарынан сығып төҙөлгән. Мәҙәниәт усағы өсөн төп ваҡиға - театрҙың 90 йыллыҡ юбилейы, уны 2023 йылдың яҙында билдәләү ҡаралған. Ул оло театр байрамына әйләнәсәгенә ышаныс ҙур.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең ҡала театры Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторған "Театрҙар өсөн белгестәр" проектының еңеүселәре иҫәбенә ингән. 1 сентябрҙән алып 4-нә тиклем актриса, режиссер, РИТИ-ГИТИС-тың сәхнә пластикаһы кафедраһы, Н.С.Михалковтың Кинематография һәм театр сәнғәте академияһы, Заманса сәнғәт институты педагогы, "Futuroom" йәштәр лабораторияһы режиссеры, Рәсәй армияһының Үҙәк академ театры актрисаһы Мария Шмаевич килеп, Салауат һәм Стәрлетамаҡ театрҙарында артистар өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ.
Шуныһы ла шатлыҡлы, Салауат башҡорт драма театрының А. Житковский пьесаһы буйынса ҡуйылған "Һырғалаҡ" спектакле «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестиваленең афишаһына индерелгән. Ул быйыл 11-19 сентябрҙә Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында уҙа. Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры - Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары тиҙҙән филологик фәндәр кандидаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова инсценировкаһында Хәбибулла Ғәбитовтың "Ынйыҡай һәм Юлдыҡай" спектаклен ҡуйыуға тотона. Уның ҡуйыусы-режиссеры - Рөстәм Хәкимов. Спектакль "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Юбилейлы 90-сы ижад миҙгелен ҡала театры 13,14 октябрҙә асасаҡ. Был көндәрҙә сәнғәт һөйөүселәргә ике премьера: А.Ивашкиндың "Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида" трагикомедияһы (режиссеры Н.Искәндәрова) һәм Х. Ғәбитовтың "Ынйыҡай һәм Юлдыҡай" драмаһы (режиссеры Р.Хәкимов) тәҡдим ителәсәк.
Әлегә театр коллективы яңы спектаклдәргә әҙерлек эшенә башкөлләй сумған.

 

 


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru