Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Бай тарихлы Салауат башҡорт дәүләт драма театры Йылайыр һәм Хәйбулла райондарына гастролдәр менән сыға. Театр коллективы тамашасы күңеленә хуш килерҙәй, төрлө жанрҙа, юғары профессиональ кимәлдә ҡуйылған спектаклдәрен алып киләсәк. Шуныһы һөйөнөслө: төп ролдәрҙе башҡарыусы Йылайыр районы Сәлим ауылы ҡыҙы, театрҙың талантлы йәш артисткаһы - Рәмзиә Мәҡсүтова. Ул райондаштарын үҙенең матур сығыштары менән ҡыуандырасаҡ.

26 апрелдә – Юлдыбай,
27 апрелдә - Аҡъяр
28 апрелдә – Йылайыр,
29 апрелдә – Матрай
мәҙәниәт һарайҙарында:
сәғ. 12.00 - А.Пушкиндың "Салтан батша хаҡында әкиәт"(0+) балалар өсөн әкиәте,
сәғ. 15.00 - З.Сөләймәновтың "Уйын тамам"(12+) йәштәр өсөн наркоманияға ҡаршы ҡуйылған социаль драмаһы,
сәғ. 20.00 – И.Абдуллиндың "Эх, Өфө ҡыҙҙары"(12+) музыкаль комедияһы тәҡдим ителәсәк.

Драматург Ибраһим Абдуллиндың "Эх, Өфө ҡыҙҙары" комедияһын сәхнәләштереү салауаттарҙың элек-электән килгән дәрт-дарманына, сәмдәренә йәнә лә йән өрөп, уларҙы ҡабындырып ебәрә. Был әҫәрҙә театрҙың барлыҡ труппаһы уйнауы тамашаға айырым йәм өҫтәй. Һуғыш һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә арналған спектакль башынан аҙағына тиклем Тыуған илгә һөйөү, дошманға нәфрәт тойғолары менән һуғарылған. Һуғыш шарттарында тыуған саф мөхәббәт, әрнеүле юҡһыныуҙар, киләсәккә хыялдар – барыһы ла тамашасыны көлөү аша тетрәндерә, уйланырға мәжбүр итә.
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Зиннур Сөләймәнов, тамашаның балетмейстеры – Сулпан Асҡарова, композиторы – Илшат Яхин, рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов.

Илата ла, йырлата ла торған матур биҙәлешле, сағыу костюмлы, йырлы-бейеүле спектаклдәргә дәррәү йөрөп, фекер алышып, күңелдәрегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ! Рәхим итегеҙ!

Бөгөн театрҙа М.Кәримдең "Ерҙәштәр" премьераһына ҡағылышлы матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Был сарала актерҙар Гөлшат Зыязетдинова (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы), Рафаэль Ғәйнуллин, театрҙың баш режиссеры Зиннур Сөләймәнов, реклама бүлеге мөдире Радик Ғиззәтов һәм инсценировка авторы, ҡуйыусы режиссер Антон Федоров (Мәскәү ҡалаһынан) ҡатнашты. Хәбәрселәр төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, тулы яуаптар алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ПРЕМЬЕРА 10-11 мартта буласаҡ!!! Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ!!! Билеттар иҫәпле генә ҡалды...

Талант ҡанаттары талмаһын!!!
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының "Арлекин" балалар студияһы 2014 йылдың 17 октябрендә йәш актерҙар Радик Ғәлиуллин, Лиана Ниғмәтуллина, Гөлнара Сабитова ҡул аҫтында тәүге ҡанаттарын ҡаға. Бында 5-тән алып 14 йәшкә тиклемге һәләтле балалар һайлап алына. Улар илаһи сәнғәт йорто тупһаһын тәүтәпҡыр атлап үтеүҙән үк ижад донъяһына сума.
Студия етәкселәре малай-ҡыҙҙарға актерҙар менән бер рәттән ҙур сәхнәгә сығыу, артабан спектаклдәрҙә уйнау, төрлө фестивалдәрҙә һәм бәйгеләрҙә ҡатнашыу кеүек маҡсаттар ҡуя. Ошонан башлап арлекинсылар ҙур тырышлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән театрға ашҡына. Улар бер йыл ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, бихисап сараларҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып та өлгөргән. Ошо кѳндәрҙә Ѳфѳлә үткән «Талант ҡанаттарында» исемле фестивалдә "Арлекин" балалар студияһы еңеүҙәр менән ҡайтты. Был мәртәбәле конкурсты Рәсәй балалары һәм үҫмерҙәренең һәләтен үҫтереүгә мѳмкинселек биреүсе «Таланттар планетаһы» фонды ойошторған. Сәнғәт бәйгеһендә күрше ѳлкәләрҙән һәм республикабыҙҙың күп кенә ҡала-райондарынан бихисап ижади коллективтар ҡатнашҡан.
"Арлекин" балалар студияһы күптән түгел генә Стәрлетамаҡта уҙған "Комедийная хоромина" фестивалендә беренсе дәрәжә дипломы һәм ике номинацияла еңеү менән бүләкләнгәйне. Әле килеп Халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдә беренсе урын яулап ҡайтыуҙары һѳйѳнѳслѳ хәбәр булды. Улар мәртәбәле баһалама ағзаларына А.Гриндың "Алһыу елкән" повесы буйынса "Ассоль" этюдын күрһәткән. Әйткәндәй, яҡташтарыбыҙҙы Мәскәүҙән килгән билдәле сәнғәт әһелдәре, режиссерҙар, театр белгестәре ҡараған.
Еңеүселәр менән осрашыуға барғанда күҙҙәре янып торған балаларҙың шатлыҡтары йөҙөнә сыҡҡайны. Диана Шәрипова, Никита Мельников, Миләүшә Сәфиуллина, Альберт Хисмәтуллин, София Сургучева, Юстина Фенина, Дарья Сидорина, Рината Әхтәмова, Ангелина Андреева, Есения Бывальцева, Владислав Швыдский өсөн был ярыш яңы ҡанаттар ҡуйған. Уларҙың барыһын да етәкселәре Радик Ғәлиуллин бергә туплап, һәр кемдең һәләтен асып, хыялдарына ҡанат ҡуйып, сихри театр донъяһының серҙәрен төшөндөрөүгә ярҙам итә. Иң мөһиме ул ошо кескәй артистарҙың сәхнәлә тере образдар тыуҙыра алыуға өлгәшә. Студия етәксеһе билдәләүенсә, яҡын арала улар өр-яңы спектакль әҙерләп, тамашасы хөкөмөнә сығарырға әҙерләнә. Салауаттың талантлы балаларына артабан да юғары үрҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры (ГБУКИ РБ СГБДТ), 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru