Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 

16 декабрҙә театрыбыҙҙың  актеры Ринат Ибәтуллиндың 60 йәшлек юбилейы айҡанлы матур ижад кисәһе үткәрелде. Ринат Лотфулла улы билдәле һүҙ оҫтаһы булараҡ төрлө авторҙарҙың йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙарын һөйләне, спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте. Юбиляр ошо әҫәрҙәр аша үҙенең йәшлеген, мөхәббәт хистәрен, олоғайыу осорон күрһәтте.

Тулыраҡ:

Мин бәхетле был ергә килгәнгә.
Театрға кеше ни өсөн йөрөй? Тамашасы унда көндәлек ығы-зығынан арыныу өсөн ашыға, сәхнә йондоҙҙары менән бергә шатланырға, хыялдар күгендә йөҙөү, ял итеү, үҙҙәренең рухи донъяһын байытыр өсөн ашыға. Ә актерҙар тынғыһыҙ хеҙмәте менән шул талаптарға яуап бирергә тырыша. Башҡортостандың халыҡ артискаһы Флүрә Мостафина-Ниғмәтуллина ла бөтә ғүмерен сәнғәткә бағышлап, ҙур яуаплылыҡ кисереп ижад иткән шәхестәрҙең береһе.
- Флүрә Миңлейәр ҡыҙы, һандуғас моңло йырсы ҡайһы төбәктән икән?
- Благовар районы ҡыҙымын. 1941 йылдың декабрь айында ҡәһәрле дошман илебеҙҙе утҡа тотҡан осорҙа тыуғанмын. Атайымды һуғышҡа алғандар, әсәйемдең ҡарынында ғына ҡалғанмын. Уны белмәһәм дә, шул тиклем һағынам. Яуға киткәндә: «Малай тыуһа - Флүр, ҡыҙ булһа, Флүрә тип исем ҡушырһың», - тигән.

Тулыраҡ:

 


"Балалар балалар өсөн уйнай" проекты сиктәрендә 11 декабрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә К.Чуковский әҫәре буйынса "Тараҡан" әкиәтенең премьераһы булып үтте. Спектаклде "Арлекин" балалар студияһының йәш артистары сәхнәләштерҙе. Ҡуйыусы режиссер - Радик Ғәлиуллин, хореограф - Гөлнәзирә Сәфиуллина.

Тулыраҡ:


Башҡорт дәүләт драма театрында уның ветераны, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминовтың күркәм юбилейы уңайынан кисә үтте. Рим Әминов Салауат башҡорт дәүләт драма театрына Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас та килә. Шул ваҡыттан бирле ул Салауат сәхнәһендә төрлө ролдәр башҡара. Сәхнәгә, театрға ул бала сағынан уҡ ғашиҡ. Рим Әминовтың бала сағы һәм йәшлеге үҙешмәкәр осорона тура килә һәм башта балалар труппаһында, аҙаҡ йәштәр төркөмөндә һәм уҡытыусылар коллективы менән сәхнәлә байтаҡ тамашаларҙа ҡатнаша ул.

Тулыраҡ:

 

20-30 декабрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында балалар өсөн "Яңы йыл урманы-мөғжизә яланы" исемле яңы йыл тамашаһы уҙғарасаҡ. Кескәй тамашасыларҙы төрлө әкиәт геройҙары менән осрашыу көтә. Бик күп уйындар, бүләктәр, Ҡыш бабай менән бергәләп матур шыршы янында бейеү - барыһы ла һеҙҙең өсөн.

Тулыраҡ:

 

2016 йылдың 7, 8 декабрендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары"  программаһы сиктәрендә Силәбе өлкәһенең Бакал һәм Сатка ҡалаларына гастролдәр менән сыға.

7 декабрҙә, Сатка ҡалаһы  «Магнезит» мәҙәниәт йортонда (Магнезиттың 100-йыллығы урамы,1):
11.00 М.Бартеневтың «Бишкә тиклем һанайым» – балалар өсөн әкиәт (100 һум) 0+
13.00 З.Сөләймәновтың «Уйын тамам» - йәштәр өсөн наркотиктарға ҡаршы социаль драма (100 һум) 12+
18.00 С.Беловтың «Минең ҡәйнәм әүлиә» - комедия (150-200 һум) 12+

8 декабрҙә, Бакал ҡалаһы ,"Горняков" мәҙәниәт йортонда (Ленин урамы,9):
10.00 М.Бартеневтың «Бишкә тиклем һанайым» – балалар өсөн әкиәт (100 һум) 0+
13.00 З.Сөлймәновтың «Уйын тамам» - йәштәр өсөн наркотиктарға ҡаршы социаль драма (100 һум) 12+
19.00 С.Беловтың «Минең ҡәйнәм әүлиә» - комедия (150-200 һум) 12+

 

1,2 декабрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театры бинаһына М.Фәйзи исемендәге Ырымбур татар драма театры үҙенең гастролдәре менән ҡунаҡҡа килә.

1 декабрҙә киске сәғәт 19.00 тамашасы хөкөмөнә Р.Зәйдулланың "Татарча өйләнү" комедияһын тәҡдим итәсәктәр.

Ҡуйыусы режиссер- Булат Бәдриев
Рәссам – Булат Ибраһимов
Балетмейстер-Сергей Тишков, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы

2 декабрҙә киске сәғәт 19.00 А.Ахметгалиеваның "Ул бит кичә иде..." исемле тағы ла бер шәп комедияһын күрһәтәсәктәр.

Ҡуйыусы режиссер- Айрат Әбүшахманов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Рәссам – Булат Ибраһимов
Балетмейстер-Илшат Яхин

Ырымбур татар драма театрының матур гастролдәренә рәхим итегеҙ, дуҫтар!!!

 

21 ноябҙән 23 ноябргә тиклем Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары"  программаһы сиктәрендә Оренбург ҡалаһына гастролдәр менән юлланасаҡ. Коллектив М.Фәйзи исемендәге татар дәүләт драма театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.
21 ноябрҙә
10.00сәғ. -  М.Бартенев «Бишкә тиклем һанайым» әкиәт (0+)
13.00сәғ. -  З.Сөләймәнов «Уйын тамам» - йәштәр өсөн соц.драма (12+)
19.00сәғ. -  И.Абдуллин «Эх, Өфө ҡыҙҙары!» - музыкаль комедия  (12+)
22 ноябрҙә
10.30сәғ. - М.Бартенев «Бишкә тиклем һанайым» әкиәт (0+)
16.00сәғ. - З.Сөләймәнов «Уйын тамам» йәштәр өсөн соц.драма (12+)
19.00сәғ. - В.Шукшин «Шукшин» хикәйәләр (12+)
23 ноябрҙә
12.00сәғ. - М.Бартенев «Бишкә тиклем һанайым» әкиәт (0+)
15.00сәғ. - З.Сөләймәнов «Уйын тамам» - йәштәр өсөн соц.драма (12+)

 


16, 17 ноябрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы Сибай, Баймаҡ ҡалаларына гастролдәр менән юллана. 

Театр һөйөүселәргә 16 ноябҙә иртәнге сәғәт 11.00 балалар өсөн А.Пушкиндың "Салтан батша хаҡында әкиәт"ен, көндөҙгө сәғәт 15.00 уҡыусылар өсөн наркоманияға ҡаршы З.Сөләймәновтың "Уйын тамам" драмаһын, киске сәғәт 19.00 татар драматургы Т.Миңнуллиндың «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш» трагикомедияһын тәҡдим итәсәкбеҙ. Спектаклдәр А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә күрһәтеләсәк (Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 23).

17 ноябрҙә Баймаҡ ҡалаһына сығасаҡбыҙ. Халыҡ ижады үҙәгендә (С.Юлаев проспекты, 34) көндөҙгө сәғәт 12.00 балалар өсөн А.Пушкиндың "Салтан батша хаҡында әкиәт"ен уйнаһаҡ,  сәғәт 14.00 уҡыусылар өсөн наркоманияға ҡаршы З.Сөләймәновтың "Уйын тамам" драмаһын тәҡдим итәсәкбеҙ.

Барығыҙҙы ла Салауат башҡорт драма театры гастролдәренең спектаклдәрендә көтөп ҡалабыҙ!!!

 

Шукшин хикәйәләре башҡортса


Салауат башҡорт дәүләт драма театры 84-се ижад миҙгелен яңы ғына асып ебәргәйне. Бына оҙаҡламай ҡалабыҙҙың бай тарихлы сәнғәт усағы үҙенең тамашасыларын премьераһы менән дә шатландырмаҡсы. Октябрь башында сәхнәләштерелә башлаған «Шукшин» спектакленең һуңғы репетициялары бара.
Илебеҙҙең билдәле яҙыусыһы Василий Шукшин ижадына Салауат театры тәүгә тотона. Спектаклдең нигеҙендә бер юлы биш хикәйә: «Ваня, һин нисек бында?», «Миль пардон, мадам!», «Минең кейәү утын урланы», «Микроскоп», «Ышанам». Уларҙы сәхнәләштереү өсөн беҙҙең ҡалаға тағы ла Мәскәүҙән йәш режиссер Антон Федоров килгән. Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, ул үткән миҙгелдә М.Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса «Ерҙәштәр» исемле әҫәрен уңышлы ҡуйғайны.

Тулыраҡ:

Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru