Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Мин бәхетле был ергә килгәнгә.
Театрға кеше ни өсөн йөрөй? Тамашасы унда көндәлек ығы-зығынан арыныу өсөн ашыға, сәхнә йондоҙҙары менән бергә шатланырға, хыялдар күгендә йөҙөү, ял итеү, үҙҙәренең рухи донъяһын байытыр өсөн ашыға. Ә актерҙар тынғыһыҙ хеҙмәте менән шул талаптарға яуап бирергә тырыша. Башҡортостандың халыҡ артискаһы Флүрә Мостафина-Ниғмәтуллина ла бөтә ғүмерен сәнғәткә бағышлап, ҙур яуаплылыҡ кисереп ижад иткән шәхестәрҙең береһе.
- Флүрә Миңлейәр ҡыҙы, һандуғас моңло йырсы ҡайһы төбәктән икән?
- Благовар районы ҡыҙымын. 1941 йылдың декабрь айында ҡәһәрле дошман илебеҙҙе утҡа тотҡан осорҙа тыуғанмын. Атайымды һуғышҡа алғандар, әсәйемдең ҡарынында ғына ҡалғанмын. Уны белмәһәм дә, шул тиклем һағынам. Яуға киткәндә: «Малай тыуһа - Флүр, ҡыҙ булһа, Флүрә тип исем ҡушырһың», - тигән.

Әсәйем атайымды ғүмер буйы көткән, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның «ҡара ҡағыҙы» ғына килгән.
- Сәнғәт донъяһында йөҙөү хыялы бәләкәйҙән киләме, әллә ...
- Сабый саҡтан табип булырға хыялландым. Шуны бойомға ашырыу маҡсатында Өфөгә юлландым. Әммә имтихан тапшыра алманым. Пушкин урамындағы эскәмйәгә барып ултырҙым, күҙемдән бер туҡтауһыҙ йәш аға. Бер мәл яныма зыялы ғына бер апай килде лә: «Оҙон сәсле матур башҡорт һылыуы ниңә илап ултыра икән?» - ти. Хәлде төшөндөрҙөм. «Ундай мәлдәр күп була, туғаным. Юҡҡа борсолма. А-а-а-на, күрәһеңме, сәнғәт училищеһы тора. Әйҙә, мин һине бер педагогҡа алып инәм», - тине. Был тәнҡитсе Әминә апай Аралбаева булып сыҡты. Шунан мине профессор Ғабдулла ағай Ғиләжевҡа күрһәтте. Бына шулай булды сәнғәткә килеп эләгеүем.
- Салауат театрына ниндәй елдәр ташланы?
- Элек уҡыуын тамамлаған студенттарҙы алырға һәр театрҙан киләләр ине. Салауат театры минең бер үҙемде генә һайланы. Илайым, иптәшкә әхирәтем Риваны ла алығыҙ әле, ана бит, Сибайға хатта һигеҙ кешене ебәрҙеләр, тим. Юҡ, бер генә урын бар, өҫтәүенә беҙгә һинең кеүек йырлай белгән актриса кәрәк, йырсы актрисабыҙ ҡартайҙы, тинеләр.
- Бөтә ғүмерегеҙҙе ошо театрға бағышлауығыҙ менән бәхетлеһегеҙме?
- Аллаға шөкөр, сит-ят ергә килеп төшһәм дә, барыһы ла йылы, ихлас ҡаршы алды. Улар шатлығым менән ҡыуанды, ҡайғымды, үҙҙәренекеләй күреп, уртаҡлашты. Зәкиә апай һәм Ибраһим ағай Әхмәровтар мине бигерәк яҡын итте, иҫ киткес ярҙамсыл кешеләр ине. Уларҙа йәшәнем дә бит әле. Йыш ҡына уларҙы иҫкә алам, мәсеткә барып рухтары өсөн хәйер бирәм. Коллектив ғәжәйеп шәп, татыу. Ундай төркөмдө кеше бер ваҡытта ла ташлап китмәй. Был донъяға тыуғанға, ошо юлдан киткәнгә бәхетлемен, ғүмерем бушҡа үтмәне. Һәр театрҙың ҡабынған һәм һүрелгән мәле була. Мин, күрәһең, Салауаттың күтәрелгән мәленә тура килгәнмендер. Вәзих Сәйфуллин, Лев Бакировтар менән эшләнем. Мәскәүҙән режиссерҙар, тәнҡитселәр ҙә йыш килә ине.
- Төрлө ролдәр уйнағанһығыҙ. Береһенән икенсеһенә күсеүе ауыр булманымы?
- Һәр роль үҙенә бер төрлө. Береһе бик уңышлы килеп сыҡты, ти. Спектакль тамамланыу менән уны оноторға кәрәк. Һәр ваҡыт яңынан башларға кәрәк. Тамашасы төрлөлөктө талап итә. Элек бушлай ижади командировкаларға йыш ебәрҙеләр. Унда бихисап яңы нәмәләргә өйрәнеп ҡайтыр инем. Ленинград, Мәскәүҙән ҡайтҡас, нимәләр күреүем тураһында коллектив алдында сығыш яһайым. Был миңә һөнәри кимәлемде үҫтерергә ныҡ булышлыҡ итте. Режиссерҙар, хеҙмәттәштәрем төрлө планлы актриса, тип әйттеләр.
- Уйнаған ролдәрегеҙҙең иҫәбе-хисабы юҡтыр. Әммә шулар араһында иң сағыуҙары, күңелгә яҡындары ла барҙыр.
- Биш бармаҡтың һәр береһе ҡәҙерле, әммә улар төрлө. Бында ла шулай. Әлбиттә, иҡ яҡын образдарым тип «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Ғәлимәне, «Ҡанлы туй»ҙағы кәләште, «Еҙнәкәй»ҙәге Сажиҙәне атар инем.
-
Һеҙҙе тап йырсы актриса кәрәк булғанлыҡтан һайлағандар? Моңло тауыш ҡайҙан килә?
- Әсәйем бик матур тауышлы булды. Оҙон башҡорт халыҡ көйҙәрен иҫ киткес матур башҡарҙы. Һуғыш ваҡытында кистәрен апайҙар бергә йыйылып, кис ултыралар. Әсәйемдән йыр йырлаталар, һуңынан үҙҙәре лә ҡушылалар. Айырыуса «Аҡлы ситса күлдәк» йыры хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған. Үҙем дә иң яратып башҡарған йырҙарымдың береһе ул.
- Берҙән-бер улығыҙ Артур һеҙҙең юлды һайланымы?
- Икешәр ай буйы гастролдә йөрөйбөҙ, балалар үҙебеҙ менән. Бригада етәксеһе Костюмдар һандығы бушаған арала балаларыбыҙ шунда йоҡлай. Фәйзи Бәхтийәров улымдан: «Артур, үҫкәс әртис булаһыңмы?» - тип һорай икән. «Юҡ. Һандыҡта йоҡлау туйҙырҙы», - тигән минең малай. Ысынлап та, улым һүҙенә тоғро ҡалды - сәнғәтте түгел, башҡа өлкәне һайланы. Хәҙер инде үҙ ғаиләһе бар, ейәнсәрем - оло ҡыуанысым.
- Тамашасыға әйтер һүҙегеҙ.
- Театрҙан киткәс, өс йыл балалар менән эшләнем. Улар шундай ихлас. Үҫкәс актер булыуҙары ла мөһим түгел, әммә улар бәләкәйҙән театрҙың нимә икәнен, актерҙар хеҙмәтен күреп үҫә. Бына уларҙан яҡшы тамашасы сыға.
Тамашасы театр сәнғәтен аңлаһа, уның аңы үҫә. Кеше театрға бер тапҡыр килеп фәһем ала икән, ул һәр ваҡыт йөрөйәсәк. Дүрт стена эсендә көнө буйы телевизорға текәлеп ултырғансы, театрға килеп йән аҙығы алып ҡайтыу йөҙләтә файҙалыраҡтыр, минеңсә. Ғөмүмән, беҙ - тамашасыны, тамашасы беҙҙе тәрбиәләй торған фронт ул - театр.

 

 



Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru