Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 

Театр-тормош көҙгөһө. Был йәһәттән театр коллективы арҙаҡлы шәхес Мостай Кәрим әйтеп ҡалдырған "Театрҙың үҙ тамашасыһы, үҙ йөҙө һәм ижади ҡеүәте бар" тигән һүҙҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, емешле ижад итергә тырыша.
Быйыл да артистар уңышлы эшләп, өр-яңы спектаклдәр ҡуйыуға иреште. Коллектив йыл дауамында арымай-талмай республиканың ҡала-райондарында гастролдәрҙә булды.


Эйе, 88-се миҙгел урындағы мәҙәниәт усағы йылъяҙмаһына күп кенә сағыу биттәр яҙҙы. Уларҙың барыһы менән дә артистар театр миҙгелен ябыу кисәһендә тамашасы, йәмәғәтселек менән ихлас уртаҡлашты.
Был көнгә тәғәйенләнгән Сәрүәр Суринаның "Абау, димсе килә!" спектакленән һуң театрҙың директор вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Миңнеғәле улы Ҡотошов артистарҙы тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
Ул намыҫлы эшләп йөрөүсе актерҙар Радик Ғәлиуллинға, Әмир Үтәбаевҡа, яҡтыртыҡ цехы мөдире Нәфис Сәфиуллинға, күп йылдар актер булып эшләгән, шиғыр оҫтаһы Ринат Ибәтуллинға Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталарын, баш режиссер Лиана Ниғмәтуллинаға, актриса Гөлфинә Ибәтуллинаға, әҙәбиәт бүлеге мөдире Динә Бәшироваға министрлыҡтың Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Беҙ яратҡан тамашасыларыбыҙҙы ла онотманыҡ, йыл дауамында улар менән осрашып, аралашып торҙоҡ. Театр һөйөүселәр бик күп, әлбитә. Шулай ҙа улар араһынан Ельская Наталья Владимировнаны иң әүҙеме тип таптыҡ. Ул театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Рамаҙан улы ҡулынан 89-сы ижад миҙгелгә абонемент алып ҡыуанды.
Салауат театрының "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Театр йондоҙо" номинацияһына онлайн-тауыш биреү конкурсы уҙғарылды. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова меңдән ашыу тауыш йыйып, тамашасы һөйөүөнә лайыҡ булды. Уға "LOFT" фотостудияһына сертификат тапшырылды.
Тамашасы һәм актерҙар өсөн тулҡынландырғыс минуттар - 1993 йылдан тап Салауат театрында ғына йәшәп килгән матур йола "Йыл актеры" премияһы еңеүсеһен иғлан итер мәл етте... Уны театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина тапшырҙы. 88-се ижад миҙгелендә ҡуйылған спектаклдәрендәге ролдәре өсөн актриса Рәмзиә Мәҡсүтова иң шәбе тип табылды. Әйтеп үтергә кәрәк, ул тормош иптәше актер Рафаэль Ғәйнуллин менән пандемия ваҡытында онлайн рәүештә Б.Абдуразаковтың "Йөрәк майым..." спектаклен сығарҙылар. Ҡуйыусы режиссеры - Айдын Салбанов (Ҡазахстан).
Олжас Жанайдаровтың "Бер, ике, өс" спектакле миҙгел башында Мәскәүҙә үткән "Артмиграция" йәш режиссер фестивалендә ҡатнашты. Режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев. Шулай уҡ ошо әҫәр менән 4 июндә Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында уҙасаҡ XVIII "Рәсәйҙең бәләкәй ҡала театрҙары" фестиваленә юлланасаҡ.
Яңыраҡ театр эргәһендә эшләп килгән «Арлекин» өлгөлө балалар студияһы М.Кәримдең "Өс таған" спектакле менән «Алтын асҡыс» Берлин халыҡ-ара асыҡ онлайн-конкурсында Гран-при яуланы, «Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы» номинацияһында Вәзирҙе уйнаған Алан Шамёнов еңеүсе тип танылды. Спектаклдең режиссеры - Радик Ғәлиуллин.

Шулай итеп, алҡыштарға күмелгән бай ижад миҙгеле тарихта ҡалды. Киләсәктә лә олпат, ҙур коллективтың тағы ла яңы пландары һәм күтәреләһе үрҙәре алда әле.

 


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru