Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

2017 йылдың 20-26 апрелендә Өфөлә М.Ғафури исем. БАДТ нигеҙендә "Театр яҙы" фестивале ойошторола. Республиканың мәҙәниәтен үҫтереү, театрҙарҙың дуҫлыҡ ептәрен нығытыу,актерҙарға һәм тамашасыларға байрам ойоштороу - фестивалдең төп маҡсаттары булып тора. Быйыл фестиваль милли драматургияға бағышлана. Ойоштороусылар - БР-ның Мәҙәниәт министрлығы, БР-ның Театрҙар эшмәкәрҙәре союзы.

Беҙҙең театр 20 апрель көнө Мостай Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесы буйынса "Ерҙәштәр" спектакле менән фестивалде асып ебәрәсәк. Режиссеры-Антон Федоров (Мәскәү ҡалаһынан). Мәскәү эксперттары билдәләүенсә,"Ерҙәштәр" спектакле 2016 йылда "Алтын битлек" Рәсәй фестивалендә иң һиҙелерлек (long-list) спектаклдәрҙең исемлегенә керҙе. Шулай уҡ был спектакль БР-ның Театрҙар эшмәкәрҙәре союзы тарафынан "Актерҙар ансамбле" номинацияһында  диплом менән билдәләнеп үтте.

"Һеҙ зирәк аҡыллы, тиҙ үк төшөнөп алырһығыҙ. "Ауыл адвокаттары"тигән был яҙмамда мин өс бер тиҫтерҙең, өс ҡорҙаштың, өс дуҫтың тормошон түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә йыйынмайым. Оҙон һөйләүҙең ҡыҙығы ла юҡ хәҙер. Бары улар ҡалдырып киткән аҫыл заттарҙың бәғзе берҙәрен сүпләп ҡыҫҡа ғына епкә теҙмәксе иттем. Эреле-ваҡлыраҡ булыр булыуын, әммә тулыны буштан, дөрөҫтө ялғандан айырырға тырыштым." (М.Карим)

Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары Рим һәм Гөлшат Зыязетдиновтар, Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, артистар Рөстәм Фазылов, Ринат Ибәтуллин, театрыбыҙҙың йәш артистары Рафаэль Ғәйнуллин, Мирас Йомағужин, Револь Ғималов, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Гөлфинә Шәфиҡова, Нәркәс Йомағужина һәм Радик Ғәлиуллин.

 

 


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru