Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 

20 апрелдән 26-на тиклем Өфөлә Башҡорт АССР-ы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған «Театр яҙы» Республика фестивале уҙа һәм уның төп маҡсаты булып театрҙарҙың ижади инициативаһын күтәреү, ижади шәхестәр үҫешенә булышлыҡ итеү, театр сәнғәтен пропагандалауҙы әүҙемләштереү, иң яҡшы ижади эштәрҙе билдәләү тора. Фестивалдә Башҡортостандың барлыҡ профессиональ театрҙары ҡатнаша һәм улар башҡорт милли драматургияһы буйынса спектаклдәр тәҡдим итәсәктәр.
20 апрелдә Салауат Башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса ҡуйылған «Ерҙәштәр» спектакле менән фестивалде асып ебәрәсәк. Ҡуйыусы режиссеры, повестың инсценировка авторы, яҡташыбыҙ-Антон Федоров. Әлеге көндә ул Мәскәүҙә бик уңышлы эшләп йөрөй. Был әҫәр йәш белгестең режиссер булараҡ иң тәүге эше булып тора. 2016 йылда «Ерҙәштәр» спектакле бик мауыҡтырғыс, фәлсәфәүи, заманса яңғырашлы, яңы алымдар менән ҡуйылған сәхнә әҫәре булып халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителде. Режиссерҙың спектаклде ҙур яуаплылыҡ тойоп ижад итеүе юҡҡа булманы: 2016 йылда "Алтын битлек" бөтә Рәсәй милли театраль премияһы фестивалендә "Ерҙәштәр" спектакле иң һиҙелерлек (long-list) спектаклдәрҙең исемлегенә керҙе. Шулай уҡ был спектакль БР-ның Театрҙар эшмәкәрҙәре союзы тарафынан "Актерҙар ансамбле" номинацияһында диплом менән билдәләнеп үтте.


Бөйөк халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙенең әҫәре хаҡында былай ти:"Һеҙ зирәк аҡыллы, тиҙ үк төшөнөп алырһығыҙ. "Ауыл адвокаттары"тигән был яҙмамда мин өс бер тиҫтерҙең, өс ҡорҙаштың, өс дуҫтың тормошон түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә йыйынмайым. Оҙон һөйләүҙең ҡыҙығы ла юҡ хәҙер. Бары улар ҡалдырып киткән аҫыл заттарҙың бәғзе берҙәрен сүпләп ҡыҫҡа ғына епкә теҙмәксе иттем. Эреле-ваҡлыраҡ булыр булыуын, әммә тулыны буштан, дөрөҫтө ялғандан айырырға тырыштым." (М.Карим)
Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары Рим һәм Гөлшат Зыязетдиновтар, Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, артистар Рөстәм Фазылов, Ринат Ибәтуллин, театрыбыҙҙың йәш артистары Рафаэль Ғәйнуллин, Мираҫ Йомағужин, Револь Ғималов, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Нәркәс Йомағужина һәм Радик Ғәлиуллин.
Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Барығыҙҙы ла 20 апрель М.Ғафури исем.БАДТ сәхнәһендә сәғәт 18.00 - "Театр яҙы" фестиваленең асыу тантанаһына, ә сәғ. 19.00 - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Ерҙәштәр" тормош хикмәттәрен ҡарарға саҡырабыҙ!!! Билеттар театр кассаһында һатыла.Рәхим итегеҙ!!!фестиваль (1993, 1995, 2003г.г.).

 



Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru