Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 


Театр һәм велосипед. Был ике төшөнсә араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын? Бар икән шул: икеһен бергә ҡушһаң, физик яҡтан һау, рухи яҡтан бай, сәләмәт тормош рәүеше алып барған кеше килеп сыға. Салауат башҡорт дәүләт драма театры, ҡала хакимиәте ярҙамында, 1 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә "Велосипедта ял" исемле масштаблы мәҙәни-спорт сараһын ойоштора. Был байрам веломиҙгелде ябыу һәм яңы 84-се ижад миҙгеленең яҡынлашып килеүенә арнала.

Сараның маҡсаты - сәләмәт тормош рәүешен пропогандалау, кешеләрҙең ялын файҙалы итеп үткәреүгә булышлыҡ итеү һәм театр сәнғәтенә һөйөү уятыу. Сара сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана. Унда ҡатнашырға теләүселәр ҡаланың Ленин исемендәге майҙанда йыйыла. Велосипедтағы сәйәхәт ҡала урамдары буйлап үтәсәк. Калинин-Өфө-Ленинград-Островский-Калинин-Еңеүҙең 30 йыллығы урамдары буйлап уҙып, драма театры алдында тамамлана. Байрамда төрлө ойошма, предприятие вәкилдәре, уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашыр тип көтөлә. Костюмдарға кейенгән төрлө спектакль геройҙары ла велосипедҡа ултырасаҡ. Сәйәхәттән һуң мәҙәни усаҡ алдында барыһын да театрлаштырылған тамаша көтә.

 

 

Сараға барығыҙҙы ла саҡырабыҙ!!!

Бик күңелле, файҙалы ялға килмәй ҡалмағыҙ!!!

Рәхим итегеҙ!!!

Бөтә һорауҙар буйынса маркетинг бүлеге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Ғиззатов Радик Ғаффар улына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Тел: +7 927 321-35-46, +7 987 474 50 60.

 


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru