Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

19 июндә Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында тәүге тапҡыр республика Театр һабантуйы ҙур уңыш менән үтте. Сара Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының йәштәр советы башланғысы буйынса үткәрелде. Байрамда республиканың барлыҡ театрҙарынан вәкилдәр ҡатнашты. Беҙҙең театрҙан: директор вазифаһын башҡарыусы - Илдар Маннапов, баш режиссер - Зиннур Сөләймәнов, идажи коллектив менән етәксе - Рөстәм Фазылов, артистар - Рафаэль һәм Рәмзиә Ғәйнуллиндар, Риф Мусин, Ринат Ибәтуллин, Фәтих Ҡолһарин (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы) ҡатнаштылар. Һабантуйҙы ойоштороусылар ныҡлы әҙерләнгән: программала ҡатнашыусыларҙы сәләмләү, флешмоб, уйындар һәм ярыштар (тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, арҡан тартыу, көршәк ватыу, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, тоҡ менән һуғыш), бейеү марафоны, көрәш, балыҡ тотоусылар конкурсы ойошторолдо. Һәр театр концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Беҙҙең театр артистары төрлө уйындарҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, хеҙмәттәштәре менән күрешеп, аралышып, бейеп-көлөп, тәмле аштар ашап, матур тәьҫораттар менән ял итеп ҡайттылар. Ярыштарҙың мотлаҡ төрөндә еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.


Шулай уҡ, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов исеменән Башҡортостанда театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ҡыҫҡаһы, Театр һабантуйы бик шәп үтте. Ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәттәр!!!

 

 

 


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru