Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Театр-тормош көҙгөһө. Был йәһәттән театр коллективы арҙаҡлы шәхес Мостай Кәрим әйтеп ҡалдырған "Театрҙың үҙ тамашасыһы, үҙ йөҙө һәм ижади ҡеүәте бар" тигән һүҙҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, емешле ижад итергә тырыша.
Быйыл да артистар уңышлы эшләп, өр-яңы 3 спектакль ҡуйыуға иреште. Коллектив йыл дауамында арымай-талмай республиканың ҡала-райондарында, Ханты-Манси автономия округында, Силәбе өлкәһендә гастролдәрҙә булып, 30 меңдән ашыу тамашасы өсөн 177 спектакль менән сәхнәгә сыға.
Эйе, 83-сө миҙгел урындағы мәҙәниәт усағы йылъяҙмаһына күп кенә сағыу биттәр яҙҙы. Уларҙың барыһы менән дә артистар театр миҙгелен ябыу кисәһендә тамашасы, йәмәғәтселек менән ихлас уртаҡлашты. Сараға республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраков, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова һәм башҡа етәкселәр килгәйне.
Был көнгә тәғәйенләнгән М.Кәримдең "Ерҙәштәр" спектакле алдынан Шамил Фәил улы артистарҙы тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
- Ысынлап та, Салауат театрындағы был миҙгел үҙенең сағыу булыуы менән айырылып торҙо. Һеҙ сәнғәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре булараҡ, халыҡҡа рухи байлыҡ өләшеү бурысын лайыҡлы башҡараһығыҙ, - тине министр урынбаҫары.
Ул намыҫлы эшләп йөрөүсе актерҙар Ринат Ибатуллинға, Мирас Йомағужинға һәм Рәмзиә Ғәйнуллинаға министрлыҡтың Почет грамоталарын тапшырҙы. Шамил Абдраковтың бының менән генә ҡотлауҙары тамамаланманы. Ул ошо театрҙа эшләп йөрөүсе Ғәйнуллиндар ғаиләһенә өс бүлмәле фатир асҡыстарын да алып килгәйне. Рафаэль һәм Рәмзиә Ғәйнуллиндар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән "социаль ҡуртым" дәүләт программаһы буйынса ошондай бүләккә лайыҡ булды.
Ҡала хакимиәте лә тырыш хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләп, бер нисәһен билдәләп уҙҙы. Дилбәр Радик ҡыҙы ҡулынан Фәтих Ҡолһарин, Радик Ғәлиуллин, Револь Ғималов, Айһылыу Лоҡманова, Риф Мусин, Гөлшат Зыязетдинова, Лиана Ниғмәтуллина Рәхмәт хаттары алып ҡыуанды.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Тимербулатова 1993 йылдан тап Салауат театрында ғына йәшәп килгән матур йола "Йыл актеры" премияһы еңеүселәрен иғлан итте. Тамашасы һәм актерҙар өсөн тулҡынландырғыс минуттар! 83-сө ижад миҙгелендә ҡуйылған "Эх, Өфө ҡыҙҙары" спектаклендәге Майя роле өсөн Рәмзиә Ғәйнуллина һәм "Гөлкәйҙең бәхете"ндәге Гөлкәй ролен башҡарған Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова иң-иңдәре тип табылды.
Шулай итеп, алҡыштарға күмелгән бай ижад миҙгеле тарихта ҡалды. Киләсәктә лә олпат, ҙур коллективтың тағы ла яңы пландары һәм күтәреләһе үрҙәре алда әле.

 



Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru