Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

В.Орлов "Алтын себеш"
әкиәт


Ҡуйыусы режиссер - Александр Шабаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Рәссам - Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре


Интернет яңылыҡтар аша Тауыҡбикәнең алтын йомортҡа һалыуы хаҡында әйтелә. Хәйләкәр Төлкө менән уҫал Бүре был йомортҡаны әбей менән бабайҙан урлап, ашау, һатыу түгел, ә баҫып сығарыу тураһында план ҡора башлайҙар. Һуңынан алтын себеш сыҡҡас, ул алтын йомортҡалар һаласаҡ. "Ҡалай бай булабыҙ!" - тип уйлай Төлкө. Әммә барыһы ла киреһенсә була. Йомортҡанан матур, аҡыллы, ябай әтәс килеп сыға! Әкиәттә Төлкө менән Бүренән бәләкәс әтәстең ҡасыу мажаралары ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләнә.

Ролдәрҙә: Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлфирә Сәфиуллина, артистар Ғәлим Сәлихов һәм Лиана Ниғмәтуллина.

 


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru