Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

Б.Аппаев "Ҡыҙын алдым ҡосаҡҡа"
комедия


Ҡуйыусы режиссер – Азат Нәҙерғолов,Башҡортостандың халыҡ артисы
Рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов
Композитор – Сейдаш Сесенбаев
Хореограф – Элвира Даутова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

 

Ауыл тормошо ғәжәйеп матур! Унда тәбиғәт кенә түгел, кеше мөнәсәбәттәре лә таҙа. Бер ауылда, һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған, дуҫлашып ҡына тыныс ике ғаилә йәшәй. Ҡапыл ошо тыныслыҡты күсеп килгән яңы күршеләр боҙа. Йәш, яңғыҙ һылыу ауыл ирҙәренең йоҡоһон боҙа. Ә тегеләре, бер нимәгә ҡарамаҫтан, күрше һылыуҙың мөхәббәтен яуларға ҡарар итәләр. Әммә был ҡатмарлы эштә бик күп ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә. Уларҙың иң ҙурыһы- үҙ ҡатындары, кобралар!..

Ролдәрҙ башҡаралар: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлшат һәм Рим Зыязетдиновтар, Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин, театрҙың йәш артистары Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Радик Ғәлиуллин.




Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru