Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

М.Кәрим "Ай тотолған төндә"
трагедия

Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Әхтәм Абушахманов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С.Юлаев исем. дәүләт премияһы лауреаты
Сценография, костюмдар һәм яҡтыртыу буйынса рәссам - Альберт Нестеров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Композитор – Айрат Ҡобағошов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Тәнкәбикә йәйләүе. Ире Илмырҙа бей иҫән саҡта байбисә булып йәшәгән, хәҙер бей-бисәгә әйләнгән Тәнкәбикә ырыу мәшәҡәттәрен хәстәрләүҙән тыш, ғәиләһе өсөн оло яуаплылыҡты ла үҙ иңенә һалған. Кесе улы Ишмырҙа үҫеп килә, уртансыһы Аҡъегет тә, бына-бына ир ҡорона инеп, һөйгәне Зөбәржәт менән ҡауышыр. Алла бойорһа, тиҙҙән Аҡ батшаға хеҙмәт иткән еренән әсәһен һәм ҡатыны Шәфәҡте зар-интизар итеп көттөргән өлкән улы Юлмырҙа ла ҡайтып төшөр. Гонаһһыҙ йүләр Диуана өсөн дә Тәнкибәкенең күңел йылыһы етерлек. Ырыу менән бейлек ҡылған Тәнкәбикә абруйлы, ғәҙел бәйбисә булып дан алған Ырыуҙа олоһонан алып кесеһенә тиклем уның һүҙенән сыҡмай, хөрмәт итеп торалар...Бына ошондай хөр, һил тормошто һүрәтләү менән башланып китә М.Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһы буйынса ҡуйылған спектакль. Тик артабанғы ваҡиғалар ҡот осҡос ғәҙелһеҙлеге һәм аяуһылығы менән тамашасыларҙы шаҡ ҡайыра. Әсә кеше, йола ҡанундарына буйһоноп, үҙ балаларын фажиғәнең дә фажиғәһенә-үлемгә дусар итә... Уның төҙөк донъяһы емерелеп, юҡҡа сыға. Ай тотола, әйтерһең дә, кешеләрҙең күңел донъяһы ҡараңғылана. Үҙҙәренең саф мөхәббәтен, рухи азатлығын ҡурсалап баш күтәргән Аҡъегет менән Зөбәржәт ырыуҙан ҡыуыла... Алда уларҙы нимә көтә? Үлемме, әллә үлемһеҙлекме?

Ролдәрҙе башҡаралар:

Аҡъегет - Мираҫ Йомағужин, Рафаэль Ғәйнуллин
Зөбәржәт – Айһылыу Лоҡманова
Тәнкәбикә – Гөлшат Зыязетдинова (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы)
Диуана – Рәмил Ишемғолов, Рафаэль Ғәйнуллин
Дәрүиш – Миңдулла Иҙрисов (Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы)
Шәфәҡ – Наҙгөл Иҫәнбаева (Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы)
Рыҫҡол-бей – Рим Әминов (Башҡортостандың халыҡ артисы), Риза Мәһәҙиев (Башҡортостандың халыҡ артисы)
Ишмырҙа – Рәмзиә Мәҡсүтова
Ялсығол – Ғәлим Сәлихов
1 аҡһаҡал – Рим Зыязетдинов (Башҡортостандың халыҡ артисы)
2 аҡһаҡал – Яҡуп Шәрипов (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы)
Сапҡын - Револь Ғималов


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru