Театр кассаһы

8(3476)33-06-51,
33-06-71

 

Ә. Яхина "Еҙ беләҙек"
драма


Ҡуйыусы режиссер – Әхтәм Әбүшахманов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Композитор - Юлай Үҙәнбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты

 


Әминә Яхинаның драмаһында бөгөнгө көндөң иң актуаль проблемалары сағылыш ала. Капитализм кешене үҙенең ҡырыҫ закондары буйынса йәшәргә мәжбүр итә. Аҡса, байлыҡ, тип донъя артынан ҡыуып, кешеләр, үҙе лә һиҙмәҫтән, яңғыҙ ҡала. Матди яғын ғына хәстәрләп йәшәгәндәр үҙ-үҙенә бикләнә, яҡындары-дуҫтарынан ситләшә... Ошондай аңлашылмаусанлыҡ һәм ирекһеҙҙән эгоизм хөкөм һөргән мөхиткә йәш, ябай ауыл ҡыҙы Сәриә килеп эләгә...


Ролдәрҙә: Айһылыу Лоҡманова, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминова, Нәркәс Йомағужина, Зөлфирә Алтынбаева, Револь Ғималов, Рәмил Ишемгғолов.


Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы,
Салауат дәүләт башҡорт драма театры, 453266, Салауат ҡалаһы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
8 (3476) 33 06 50 salavatteatr@yandex.ru