Печать

1 октябрь, шәмбе көнө, ғәҙәти булмаған күренеш күптәрҙе аптырауға төшөргәндер. Алдан юл-патруль хеҙмәте ҡысҡырып бара, уның артынан - велосипедсылар сафы һуҙылған. Был көндө веломиҙгелде ябыу һәм театр миҙгелен асыуға арналған "Велосипедта ял" тип аталған сара уҙҙы. Уны Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡала хакимиәте ярҙамы менән ойошторҙо. Йәмғеһе 300-ҙән ашыу кеше йыйылды. Шуныһы ҡыуаныслы, олоһо ла, кесеһе лә ихлас ҡатнашты. Тимәк, кешеләр сәләмәт тормошҡа ынтыла, ялын файҙалы итеп үткәрергә тырыша. "Газпром нефтехим Салауат" йәмғиәте, Салауат һыу каналы, Трамвай идаралығы, Яңы салауат ТЭЦ-ы, 21-се мәктәп, "Йәштәш" клубы айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Тамашаны ситтән күҙәтеүселәрҙең йөҙҙәрендә лә йылмайыу балҡыны. "Афарин! Ҡайһылай шәптәр!" тигәнерәк һүҙҙәр ишетелде.

 

Велосипедта йөрөү менән генә көн тамамланманы. Театр алдында дәртле йыр-бейеүҙәрҙән торған концерт гөрләне. Приздар ҙа уйнатылды. Йыйылыусылар саранан тәнгә-сихәт, йәнгә-рәхәт алыуҙарын, киләһе йылда ла мотлаҡ осрашасаҡтарын белдереп таралышты.

 

 


Категория: Яңылыҡтар
Просмотров: 458