Печать

13 һәм 14 апрелдә Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре уҙасаҡ. 5 апрель иртәнге сәғәт 11.00 М.Ғафури исем. БАДТ бинаһында был ваҡиғаға ҡағылышлы матбуғат конференцияһы буласаҡ. 

Журналистарҙың һорауҙарына яуап бирергә, театр тормошо, гастролдәр, киләсәктәге пландар хаҡында һөйләргә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәүфилә Яҡупова, йәш актриса Лиана Ниғмәтуллина һәм театрыбыҙҙың ижади коллективтың етәксеһе Рөстәм Фазылов.

13 апрель көндө баш ҡала тамашасыһына күренекле татар драматургы Туфан Миңнуллиндың "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш" трагикомедияһын тәҡдим итәсәкбеҙ. Ҡуйыусы режиссеры-Олег Ханов, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың С.Юлаев исем. Дәүләт премиялары лауреаты. Сценограф, костюмдар буйынса рәссам-Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 

"Әллә яңылыш, әллә яҙмыш" спектакле

14 апрелдә Василий Шукшиндың биш хикәйәләре  («Ваня, һин нисек бында?», «Миль пардон, мадам», «Микроскоп, «Ышанам», «Минең кейәү утын урланы») буйынса ҡуйылған "Шукшин" исемле спектаклде ҡарарға саҡырабыҙ. Ҡуйыусы режиссеры - Антон Федоров (Мәскәү ҡалаһынан). Яңыраҡ был спектакль I-се бөтә Рәсәй "ИДЕЛ-БУА-УРАЛ-ПРОСТРАНСТВО ДИАЛОГА" исемле фестивалдә ҡатнашты һәм театр тәнҡитселәренең юғары баһаһына лайыҡ булды. Антон Федоровтың беҙҙең театрҙа был әҫәр икенсе эше булып тора. Беренсеһе Мостай Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесы буйынса ҡуйылған "Ерҙштәр" спектакле. Был спектакль менән 20 апрелдә "Театр яҙы" фестивале асыласаҡ.

"Шукшин" спектакле

 


Категория: Яңылыҡтар
Просмотров: 1494