Печать

С.Белов "Минең ҡәйнәм – әүлиә"

комедия


Ҡуйыусы режиссер - Олег Ханов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм С.Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты
Ҡуйыусы рәссам - Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Композитор – Лейсан Шәрипова

 
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Һөйгәне Нәфисә ниндәй ҡатын буласағын белерегә теләгән Йәмил, уны буласаҡ ҡәйнәһе менән таныштырыуын һорай. Ҡатын, әлбиттә, был һорауҙы оло теләк менән үтәр ине, ләкин Йәмилдең буласаҡ ҡәйнәһе инде бер йыл "тегендә" "ултыра". Һөйгәнен нисек тә булһа үҙенә өйләндерергә, тип ныҡлап уйлаған Нәфисә был ябай булмаған хәлде сисер өсөн бик тә үҙенсәлекле юл таба...


Спектаклдә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин, Башҡортостандың халыҡ артистары Риза Мәһәҙиев, Гөлсәсәк Шәрипова, Рим Зыязетдинов, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Миңдулла Иҙрисов ҡатнаша.


Категория: киске
Просмотров: 3064