Печать

М.Кәрим «Ерҙәштәр»
"Ауыл адвокаттары" повесы буйынса
тормош хикмәттәре


Инсценировка авторы, ҡуйыусы режиссер, сценограф - Антон Федоров
Костюмдар буйынса рәссам – Наталья Юганова
Музыкаль яҡтан биҙәүсе – Алексей Айги, Антон Федоров

 

"Һеҙ зирәк аҡыллы, тиҙ үк төшөнөп алырһығыҙ. "Ауыл адвокаттары"тигән был яҙмамда мин өс бер тиҫтерҙең, өс ҡорҙаштың, өс дуҫтың тормошон түкмәй-сәсмәй һөйләп бирергә йыйынмайым. Оҙон һөйләүҙең ҡыҙығы ла юҡ хәҙер. Бары улар ҡалдырып киткән аҫыл заттарҙың бәғзе берҙәрен сүпләп ҡыҫҡа ғына епкә теҙмәксе иттем. Эреле-ваҡлыраҡ булыр булыуын, әммә тулыны буштан, дөрөҫтө ялғандан айырырға тырыштым." (М.Карим)

Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артистары Рим һәм Гөлшат Зыязетдиновтар, Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Яҡуп Шәрипов, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, артистар Рөстәм Фазылов, Ринат Ибәтуллин, театрыбыҙҙың йәш артистары Рафаэль Ғәйнуллин, Мираҫ Йомағужин, Револь Ғималов, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Гөлфинә Ибәтуллина, Нәркәс Йомағужина һәм Радик Ғәлиуллин.

Премьера алдынан

БСТ-ла премьера хаҡында яңылыҡтар


Категория: киске
Просмотров: 3770