Печать

Дамир Йосопов "Ҡырмыҫҡа иләүе"
лирик комедия

Спектакль Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығының гранты ярҙамында ҡуйылды


Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер - Айҙар Зарипов
Сәхнәгә ҡуйыусы рәссам - Лилиә Сөләймәнова
Музыкаль яҡтан биҙәүсе - Яҡуп Шәрипов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы

 

... Беҙгә, ни эшләптер, һәр ваҡыт, оҙаҡламай ысынлап йәшәй башлаясаҡбыҙ кеүек тойола. Ә әлегә, беҙ тик йәшәй башларға тырышабыҙ ғына кеүек... Киреһенсә лә булырға мөмкин: беҙ ҡасандыр йәшәгәнбеҙ, ә хәҙер... был тормош түел инде... Беҙ йыш ҡына матур һәм һоҡланғыс тормош, ниндәйҙер яҡын, йә алыҫ киләсәктә генә булыр тип уйлайбыҙ, йә йөҙ, йә мең йылдан... Ә ҡай саҡ, үткән тормош ниндәй матур һәм һоҡланғыс ине тип уйлайбыҙ... Ә бит дөрөҫөн генә әйткәндә, киләсәк юҡ ул, киләсәк килеп етеү менән ул киләсәк булыуҙан туҡтай... Үткәндәр ҙә юҡ – улар булған инде һәм бер нисек тә кире ҡайтарып булмай... Ысынбарлыҡ ҡына бар... Беҙҙең тормош әлегеһе менән һоҡланғыс, бөгөн, бында, ошо күк аҫтында, ошо ҡояш яҡтыһында. Тормош матур...

Ролдәрҙә:

Артур Абузаров – Рафаэль Ғәйнуллин
Диана Катаева – 
Нәркәс Йомағужина
Руслан Катаев – Вадим Клысов
Альберт Маратович Катаев – 
Яҡуп Шәрипов (Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы)
Регина Борисовна Катаева – 
Гөлсәсәк Шәрипова (Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы)
Эльвира Абузарова – 
Айһылыу Лоҡманова
Лилиә – 
Гөлфинә Ибәтуллина
Кассир - Риф Мусин

Гриб – 
Револь Ғималов
Светлана Эдуардовна – 
Гөлфирә Сәфиуллина (Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы)
Лейтенант Рыбаулин - 
Фәтих Ҡолһарин (Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы)
Римма – 
Рәмзиә Мәҡсүтова
Грузчиктар  – 
Мираҫ Йомағужин, Радик Ғәлиуллин

 


Категория: киске
Просмотров: 3192