Печать

Ш.Шәкүрова "Гөлкәйҙең бәхете"
мелодрама

Ҡуйыусы режиссер – Лиана Ниғмәтуллина
Художник – Рөстәм Баймөхәмәтов
Композитор – Диләрә Ғәбитова

 

 
Һәр кем бәхетле булырға ынтыла, уны үҙенсә таба. Баҡһаң, сере лә ябай - һөйгәнең менән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү. Быға өҫтәп яратҡан эшең дә булһа, бәхет кеҫәһе тулы тигән һүҙ. Тормоштоң асылы шунда. Тик бөгөн бәхетте башҡа төрлөрәк күрәләр. Күптәр карьера, аҡса артынан ҡыуа, яңғыҙлыҡтан ҡәнәғәтлек таба. Ғаилә йәмғиәттең нигеҙе, ҡиммәте булыуҙан туҡтай бара. Ысынында нимә һуң ул бәхет? Ғүмерлек була аламы, әллә миҙгелдәрҙән генә торамы?
"Гөлкәйҙең бәхете" мелодрамаһы 2015 йылғы театр йылъяҙмаһында үҙенсәлекле сәхнә күренеше булып ҡалыр, моғайын. Сөнки әҫәр Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы гранты ярҙамы менән сәхнә күрҙе. Ул кешеләрҙе хаталы аҙым яһауҙан киҫәткәндәй, уйға һала, ҙур фәһем бирә.
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы йәш режиссер Лиана Ниғмәтуллина Шәүрә Шәкүрованың пьесаһына заманса яңғыраш бирә. Әҫәр ябай тел менән бөгөнгө көндөң иң сетерекле проблемалары хаҡында һүҙ йөрөтөргә этәрә. Режиссер билдәләүенсә, пьесала һәр герой бәхетен үҙенсә күреп, тормошон шулай ҡора. Шулай ҙа әҫәр аҙағында ҡатын-ҡыҙ өсөн был донъяла иң ҙур бәхет ғаилә, балалар икәненә инанаһың. Ә бына геройҙарҙың быға ниндәй юлдар менән килеүҙәре тураһында тамашасы үҙе килеп күрһен.

Ролдәрҙә: Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған меҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева, артист Ринат Ибәтуллин, театрҙың йәш артистары Мираҫ һәм Нәркәс Йомағужиндар, Револь Ғималов, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Гөлфинә Ибәтуллина һәм Радик Ғәлиуллин.

 

 


Категория: киске
Просмотров: 3787