Печать

Н.Ғәйетбаев "Ҡыҙҙар килде ауылға"
музыкаль комедия


Ҡуйыусы-режиссер – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов
Ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов (Ҡалмыҡ Республикаһы)
Композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов
Хореограф – Әлфинә Нәбиева

 


Еңел, матур тормош менән ҡыҙығып, ҡыҙҙар ҡалаға китеп бөткәс, ауылда туйҙар ҙа үткәрелмәй, гармун тауыштары ла тынып ҡалған. Ауылдың йәме, моңо киткән кеүек... Ерекле лә ана шундай хәлдә, тип борсолған саҡта бында "Ҡыҙҙар" ансамбленең килеп төшөүе – яҙмыш бүләгеме икән? Әллә ауылдың иң мут һәм теремек инәйе Мәстүрәнең хәйләкәр ҡылығымы? Уйынға ауыл бригадиры, завклуб һәм алдынғы тракторист тотонғас, эштәр яйланыр, күрәһең... Инде нисәмә йылдар баҫылмаған изге гармун телдәре көй сығара алырмы? Ҡыҙҙар менән Ереклегә моң ҡайтырмы?
Ролдәрҙә: Башҡортостандың халыҡ артисткалары Гөлшат Зыязетдинова һәм Гөлсәсәк Шәрипова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткалары Наҙгөл Иҫәнбаева, Науфилә Яҡупова һәм Гөлфирә Сәфиуллина, театрҙың йәш артистары – Рафаэль Ғәйнуллин, Мираҫ Йомағужин, Револь Ғималов һәм Ләйсән Муллаянова.


Категория: киске
Просмотров: 3637