Печать

М.Багаев "Мөхәббәт күле"
комедия


Ҡуйыусы режиссер – Азат Йыһаншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Композитор – Илшат Яхин
Хореограф – Рәмиҙә Мөхәмәтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы

 


Тирә-яҡҡа үләттәр ауылы тигән даны таралған ерҙә ике ҡоҙа Кәбир һәм Хәким йәшәй. Тағы ла унда Ғабдулла ҡарттан башҡа кеше лә ҡалмаған, шикелле. Балталары һыуға төшөп, күңелдәре һүрелеп барған ваҡытта ҡарттар бик ҡиммәтле хазинаға тап була. Баҡтиһәң, Хәким ҡарттың ишек алдындағы һаҫыҡ күле тылсымлы көскә эйә икән! Был турала хатта боронғо сәйәхәтселәр үҙҙәренең көндәлектәрендә яҙып ҡалдырғандар, имеш. Әгәр ҙә шул күлдә ҡойоноп, уның һыуынан ауыҙ итһәң, йәшлектәге ғәйрәт ҡайтып, дәрттәр артып китә, ти. Беҙҙең ҡарттар ҙа мөғжизәле күлдең тылсымын татып ҡарамаҡ булалар...

 


Спектаклдә ҡатнашалар: Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәуфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин һәм дә театр артистары Рафаэль Ғәйнуллин, Мираҫ Йомағужин, Револь Ғималов, Альберт Ғөбәйҙуллин.


Категория: киске
Просмотров: 2940