Печать

А.Островский "Һуңлап килгән мөхәббәт"
мелодрама


Ҡуйыусы режиссер - Олег Ханов¸ Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рсәйҙең һәм С.Юлаев исемендәгеДәүләт премиялары лауреаты
Ҡуйысы рәссам - Альберт Нестеров, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Музыка яҡтан биҙәүсе – Тамара Пикулева

 

"Был бит минең һуңлап килгән мөхәббәтем... Ә бәлки, бүтән ҡабатланмаҫ һуңғыһылыр," – ти Людмила Николайға ҡарта тыуған мөлдөрәмә тулы һөйөү хистәрен сайпылтмаҫҡа тырышып. Ә ундай көслө хистең нәмәгә һәләтле икәнен билдәле... Азарт уйындар уйнарға әүәҫләнеп киткән егеткә иһә бурыстары арҡаһында төрмә янай.Инде үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигендә торған Николайҙы Людмиланың хистәре ҡотҡара алырмы? Бының өсөн ҡыҙ хатта енәйәткә бара...


Ролдәрҙә: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Фатих Ҡолһарин, Наҙгөл Иҫәнбаева, Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлшат һәм Рим Зыязетдиновтар, Риза Мәһәҙиев, артист Рафаэль Ғәйнуллин.


Категория: архив
Просмотров: 16302